Түнжинә (МҮНЖИӘ) САЛАУАТЫ» Һәм уны уҡыуҙың файҙалары. Уҡылышы:
"Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәййидинәә Мүхәммәд. Саләәтән түнжиинәә биһәә мин джәмииғиль-әһүәәли үәл-әәфәәт. Вә тәҡды ләнәә биһәә джәмиғәль-хәәжәәти үә түтаһһирунәә биһәә мин джәмииғис-сәййи′әәт. Үә тәрфәғүнәә биһәә әғләд-дәражәәти үә түбәллиғунәә биһәә әҡсаль-ғаайәәти мин джәмииғиль-хайраати фил-хәйәәти үә бәғдәл-мәмәәт."
Мәғәнәһе:
(Аллаһым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға икһеҙ-сикһеҙ салауат һәм сәләм булһын. Аллаһым беҙҙе һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡар, бөтә ихтыяждарыбыҙҙы бөтөрөп, беҙҙе гонаһтарҙан һәм насарлыҡтарҙан таҙарт! Беҙҙе юғары дәрәжә һәм урындарға күтәр! Аллаһым! Был салауаттар һәм был сәләмдәр хөрмәтенә был доньяла ла һәм үлгәндән һуң да уңыштарға ирешәйек.)
***Әһле Сөннәт ғалимдарының һәм әүлиәләрҙең фекеренсә, ТҮНЖИНӘ салауаты - донъялағы бөтә ауырыуҙарҙан, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаусы иң яҡшы салауат (доға) һанала.
Түнжинә салауатының файҙалары түбәндәгеләр:
1. Был доғаны уҡыған кешегә донъялағы бар афәттәрҙән ҡотолоу, сирҙәргә шифа, ауырлыҡ һәм ҡыйынлыҡтарҙан сығыу юлы табылыр.
2. Донъя һәм ахирәт (мәңгелек тормош) ихтыяждары (хәжәт, мохтажлыҡтары) үтәлер.
3. Быны уҡыған ике донъяла ла, юғары, өҫтөн дәрәжәләргә ирешер.
4. Һәр төрлө яманлыҡтан (яуыз кешеләр һәм ендәрҙең зарарынан, сихырҙан, күҙ тейеүҙән, ауырыуҙан) һаҡланыр.
5. Был доғаны уҡыған кеше бер ниндәй ҙә дошмандан еңелмәҫ, бер йән эйәһенән дә зыян күрмәҫ, һәр саҡ еңеүсе булыр.
6. Уны уҡыған кешенең өҫтөнә бәрәкәт яуыр.
Бөйөк ғалим Имам ибн-Файкихани һөйләүенсә, бер ваҡыт Шәйех Мусса Зарир исемле диндар, һуҡыр бер кеше үҙенең тарихын бәйән иткән: "Мин һыу төбөнә батып барған карапта инем, иҫемдән яҙғанмын. Ошо хәлемдә миңә Аллаһ илсеһе (Мөхәммәт пәйғәмбәр) (с.ғ.с) пәйҙә булды һәм ошо салауатты өйрәтте, уны карабль пассажирҙарына 1000 тапҡыр уҡырға ҡушты. Уҡылған салауаттарҙың һаны 300-гә еткәс, карап мөғжизә менән бәләнән ҡотолдо. Ә башҡа карап батты, беҙҙеке тәғәйенләнгән урынға имен-аман һәм бөтөн килеш барып етте. Был мөғжизә корабль пассажирҙары өсөн бер асыш булды."
Түнжинә салауатын ауырлыҡ, бәлә килгәндә 1000 тапҡыр уҡырға кәрәк. (Зәәдус Сәид «Хәкимүл Үммә Мәүләнә Әшраф Ғәли Сәнүи» 14 бит).
Башҡа әүлиәләр был салауатты 70 тапҡыр уҡырға кәңәш итә.
Доға уҡыу ысулы:
1) Доға уҡыласаҡ өйҙә ҡурсаҡ, йән эйәһе төшөрөлгән рәсем, фотоһүрәт, журнал, гәзит, шулай уҡ музыка ҡоралдары кеүек шәриғәт (дин) буйынса тыйылған әйберҙәрҙең булмауы шарт. Был доғаның ҡабул булыуы өсөн мөһим.
2) Тәһәрәт алығыҙ (йыуынығыҙ), таҙа кейем кейегеҙ.
3) Өс тапҡыр «Әғүүҙү билләәһи минәшшәйтаанир раджиим. Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим» тип әйтегеҙ.
4) Өс тапҡыр «Әстәғфируллааһә үә әтүүбү иләйһи» тип тәүбә-истиғфар уҡығыҙ.
5) Ниндәй ниәт менән уҡыуығыҙҙы белдерегеҙ.
(мәҫәлән, "үҙемде һәм яҡындарымды коронавирустан һаҡлау, был бәләнең тиҙ арала юҡҡа сығыуы өсөн Түнжинә салауатын уҡырға ниәт иттем").
6) Салауатты 21, 41, 70, 100 йәки 1000 тапҡыр уҡығыҙ.
(Мәҫәлән бер ултырғанда 70 тапҡыр уҡыу мөмкин булмаһа, һәр көн 10 тапҡыр уҡыһаң, бер аҙна эсендә тамамланыр)
7) Доға һуңында «Йәә Аллаһ, Йә Хәййү, Йә Ҡәййүүм, Йәә Әрхәмәр-Раахимиин» зекере менән тамамлағыҙ.